06:15 (UTC+5), 17 Февраля 2016

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты Александр Кравцов менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты Александр Кравцов менән осрашты. Осрашыуҙа төбәктә биатлонды үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде.
– Беҙ бөгөн илдең төп биатлон төбәге түгел, әммә барыһы ла алда әле. Уй-пландарыбыҙ, объекттар бар, артабан нисек эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өҫтәүенә хәҙер республикабыҙға юғары квалификациялы тренерҙарҙы йәлеп итеү буйынса эш алып барабыҙ. Шунһыҙ мөмкин түгел.
Александр Кравцов Өфөлә биатлон комплексын тергеҙеү кәрәклеген билдәләне.
– Бергәләп ошо комплексты тергеҙеү һәм мөһим сараларҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеген табыуыбыҙҙы теләр инем. Сөнки Европа, донъя чемпионаттары, хатта йәйге биатлон да республикаға ғына түгел, биатлонға ла статус биреүсе мөһим саралар, – тине Рәсәй Биатлонсылары союзы президенты. – Өфө – ошондай саралар уҙғарыу өсөн иң уңайлы төбәктәрҙең береһе.
Яҡтар шулай уҡ Башҡортостан шифаханаларында спортсыларҙы реабилитациялау мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Ошо йәһәттән беҙҙә яҡшы мөмкинлектәр бар. Спортсыларҙы һауыҡтырыу ғына түгел, аяҡҡа баҫтыра алабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә уникаль алымдар, шифаханалар, дауалау йорттары бар. Был, ысынлап та, Рәсәйҙә генә түгел, донъяла ла юҡ.
Республика Башлығы спорт һәм дауалаусы туҡланыуҙа йылҡысылыҡ һәм умартасылыҡ продукттарын файҙаланырға тәҡдим итте.
Осрашыуҙа дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы һәм ун бер тапҡыр донъя чемпионы Александр Тихонов ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика