15:49 (UTC+5), 05 Февраля 2016

Өфөлә Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары республиканы ил спортсыларын әҙерләү урыны тип атаны

автор фотоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Юрий Нагорных Волга буйы федераль округы төбәктәрен, шул иҫәптән Башҡортостанды, ил спортсыларын әҙерләү урыны тип атаны. Юрий Нагорных Өфөлә «Рәсәйҙә спорт резервын әҙерләү өлкәһен норматив-хоҡуҡи көйләүҙең мөһим мәсьәләләре» тип аталған төбәк-ара семинар-кәңәшмәһендә ҡатнаша.
«Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич менән бөгөнгө осрашыуҙы уҙғарыу идеяһын һәм илдең спорт тармағы алдында торған бурыстарҙы тикшерҙек. Округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектең бөтә структуралары менән бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ. Ошондай сәйәси ярҙам булғанда бурыстарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу еңелерәк буласаҡ. Илебеҙҙәге спорттың нисек үҫешәсәге, һис шикһеҙ, уларҙы хәл итеүгә бәйле. Волга буйы федераль округы беҙҙең өсөн мөһим, сөнки тап ошонда Рәсәй спортсыларының ҙур еңеүенә нигеҙ һалына», — тип билдәләне Юрий Нагорных.
Семинар-кәңәшмә Өфөлә ике көн барасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика