10:38 (UTC+5), 27 Января 2016

Өфөлә «Рәсәй саңғыһы»на әҙерлек бара

Өфөнөң Ленин районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Саңғы спортын үҙ итеүселәр «Рәсәй саңғыһы-2016» бөтә Рәсәй ярышына әҙерләнә. Өфөнөң Ленин районында ул 19 февралдә уҙа. Ярыштарҙа ҡатнашырға, көйәрмән булырға теләүселәрҙең барыһын да Затон биҫтәһендәге «Водник» стадионына саҡырабыҙ, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Байрам сәғәт 3-тә асыла.
Ярыштар төркөмдәр буйынса ойошторола: беренсе төркөм — дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары, икенсеһе — уҡыу йорттары студенттары, өсөнсөһө — предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре, дүртенсеһе — предприятие һәм ойошма етәкселәре, спорт ветерандары. Арауыҡ бөтә төркөмдәр өсөн дә ике саҡрым тәшкил итә.
Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн ғаризалар 17 февралгә тиклем Ленин районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитетында ҡабул ителә. Адресы: М.Кәрим урамы, 19, 312-се бүлмә. Телефон: 229-04-47.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика