11:25 (UTC+5), 14 Января 2016

Өфө үҫмерҙәре Австрияла Халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге еңеү яуланы

Өфө хакимиәте сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө үҫмерҙәре Австрияла VII ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге еңеү яуланы, тип хәбәр итә Октябрь районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ярыштың тәүге көнөндә Алмаз Вәлиев (биатлон), спринтта 20-нән ашыу спортсыны уҙып китеп, алтын миҙал яуланы. Өфөнән Данис Зөбәйеров бишенсе урын алды. Ҡыҙҙар араһында Александра Федорова — алтынсы, Ульяна Борисовская 11-се урында.
Үҫмерҙәр араһында «Сноуборд-кросс» дисциплинаһында Кирилл Педь көмөш призер булды.
Ҡыҙҙар араһында ошо дисциплинала Яна Вәлиева бронза миҙал яуланы. Маргарита Аҙнабаева финал ярыштары һөҙөмтәләре буйынса бишенсе урында.
«Слалом-гигант» дисциплинаһында өфөләр араһында иң яҡшыһы — Артемий Исмәғилев (алтынсы урын), артабан Александр Ғәлиәкбәров (һигеҙенсе урын) килә. Ҡыҙҙар араһында Татьяна Гришина — 25-се, Елизавета Воробьева 37-се урын алды.
Австрияның Инсбрук ҡалаһында барған уйындарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһынан 12-14 йәшлек 16 спортсы ҡатнаша. Улар тау саңғыһы, сноуборд, конькиҙа йүгереү һәм биатлон буйынса ярыштарҙа сығыш яһай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика