07:45 (UTC+5), 23 Ноябрь 2015

Республика көрәшсеһе Ҡазанда уҙған донъя чемпионатында илдең йыйылма командаһы өсөн алтын миҙал яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда Көрәш буйынса IV донъя чемпионаты һәм Билбау көрәше буйынса VIII донъя чемпионаты уҙҙы. Ярыштарҙа донъяның 20 иленән килгән спортсылар ҡатнашты. 90 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә көрәш буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостан көрәшсеһе Наил Мөхәмәтйәнов сығыш яһаны. Ныҡышмалы көрәштә ул алтын миҙал яуланы һәм донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Республикабыҙҙың башҡа көрәшселәре лә һынатманы. 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә ирекле стилдә билбау көрәше буйынса Рөстәм Арыҫланов икенсе, 62 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә классик стилдә Илфат Ибәтуллин өсөнсө урын алды, тип хәбәр итте «Башҡортостандың милли һәм билбау көрәше федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Вәкил Ильясов.
Вәкил Ильясов үҙе лә баш судья урынбаҫары сифатында көрәш буйынса донъя чемпионатында ҡатнашты, Башҡортостан вәкиле Ғәлим Лоҡманов ярыштарҙың төп секретары булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика