Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Ноябрь 2015, 16:13

«Салауат Юлаев» һәм «Югра» уйынсылар менән алмашты

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Салауат Юлаев» һәм «Югра» уйынсылар менән алмашты. Һөҙөмтәлә 18 йәшлек һаҡсы Руслан Петрищев — Өфө клубына, һөжүмсе Андрей Анкудинов «Югра»ға күсте.
«Анкудиновтың төп составта даими урыны булмағанлыҡтан, ул алмаштырыуҙы һораны. «Югра» менән һөйләшеп килешкәс, йәш һаҡсылы булдыҡ. Хәҙер ул «Толпар» өсөн уйнаясаҡ, артабан ҡарарбыҙ», — тип аңлатма бирҙе «Салауат Юлаев»тың генераль менеджеры Леонид Вайсфельд.
Руслан Петрищев Йәштәр хоккей лигаһында «Югра мамонттары» өсөн уйнаны. 2013/14 йылдар миҙгелендә Рәсәй беренселегенең бер нисә уйынында Өфөнөң Олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаны.
Читайте нас