07:25 (UTC+5), 16 Сентябрь 2015

Баш ҡалала баскетбол буйынса Альберт Мифтахов кубогы үтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 19-20 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетында баскетбол буйынса Альберт Мифтахов кубогы үтә. Ярыштар 2015-2016 йылдар миҙгелендәге Рәсәй беренселеге алдынан «Өфөлө» баскетбол клубы өсөн әҙерлек этабы буласаҡ.
Өфөләр Магнитогорск, Екатеринбург һәм Пермь командалары менән көс һынашасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға ла приздар тапшырыласаҡ, чемпион иһә турнирҙы ойоштороусыларҙың — «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, республика Баскетбол федерацияһы һәм «Өфөлө» баскетбол клубының махсус кубогы менән бүләкләнәсәк.
Турнир төбәктә баскетболды үҫтереү һәм баш ҡалала «Өфөлө» баскетбол клубын ойоштороу өсөн күп көс һалған Альберт Мифтаховтың иҫтәлегенә арналған.
Уйындар 19 һәм 20 сентябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт залында уҙғарыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 34.
Уйындар теҙмәһе:
19 сентябрь
16.00 — ОСК-ММК (Магнитогорск) — «Экскурс» (Пермь);
18.00 — «Өфөлө» (Өфө) — «Простор» (Екатеринбург).
20 сентябрь
10.00 — өсөнсө урын өсөн уйын;
12.00 — финал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика