09:53 (UTC+5), 23 Июнь 2015

Республиканың еңел атлеттары Европа чемпионы булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың еңел атлеттары Европа чемпионы булды. Белорет мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Егор Николаев менән Гөлшат Фазлетдинова Рәсәй йыйылма командаһы составында Чебоксар ҡалаһында үткән алтынсы Европа чемпионатында еңеү яуланы.
Шәхси беренселектә яҡташтарыбыҙ 3000 һәм 5000 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урын алды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ярыштарҙа Белоруссия, Германия, Бөйөк Британия, Испания, Италия, Норвегия, Польша, Украина, Франция, Финляндия, Швеция һәм Рәсәй йыйылма командалары ҡатнашты.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы 368,5 балл йыйып, тарихта дүртенсе тапҡыр ярышта еңеү яуланы. Икенсе урынға Германияның еңел атлеттары (346,5) лайыҡ булды. Өсөнсөлә — француздар (319,5). Ике көн эсендә Рәсәйҙең еңел атлеттары 10 алтын, ете көмөш һәм өс бронза миҙал алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика