13:29 (UTC+5), 24 Апреля 2015

Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей клубы уйынсыларын һәм етәкселеген Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 23 апрелдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Торос» хоккей командаһының баш тренеры Константин Полозов менән телефон аша һөйләште. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов спортсыларҙы Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы, яҡшы һөҙөмтә өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы миҙгелдә уңыштар теләне.
— «Торос» республиканың хоккей статусын яҡланы. Мин дә уларҙың «Ижсталь» командаһы менән уйнауҙарын күҙәтеп барҙым. Яҡшы уйын, афарин! — тине Рөстәм Хәмитов.
Константин Полозов, үҙ сиратында, республика Башлығына клубҡа булышлыҡ итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 апрелдә «Торос» Ижевскиҙың «Ижсталь» командаһын 2:0 иҫәбе менән еңде һәм өсөнсө тапҡыр Юғары хоккей лигаһының төп бүләген — Братина кубогын яуланы.
Шул уҡ көндө республика Башлығы «Торос» хоккей клубы уйынсыларына һәм етәкселегенә телеграмма ебәрҙе. Унда былай тиелә:
«Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе һоҡланғыс еңеүегеҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Көсөргәнешле көрәш һөҙөмтәһендә өсөнсө тапҡыр Братина кубогын яуланығыҙ. Үҙенең уйыны менән «Торос» республика хоккей һөйөүселәренең ышанысын аҡланы. Команда етәкселәренә, тренерҙар составына, клуб уйынсыларына һөнәри оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы өсөн рәхмәтлемен. Яратҡан командабыҙҙың көйәрмәндәренә лә ҙур рәхмәт. Киләһе миҙгелдә лә «Торос» еңеүгә ынтылыр һәм беҙҙе шатландырыр, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм спортта яңы үрҙәр теләйем! Еңеүегеҙ менән, ҡәҙерле дуҫтар!».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика