Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Апрель 2015, 17:53

Башҡортостан спортсыһы Анна Крившина яңы донъя рекорды ҡуйҙы

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Германияла IDM Berlin 2015 халыҡ-ара ярыштар үтте, унда донъяның 42 иленән 600-гә яҡын спортсы ҡатнашты.
Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостандан өс йөҙөүсе — паралимпия чемпиондары Михаил Зимин һәм Александр Неволин-Светов, шулай уҡ донъя чемпионы Анна Крившина сығыш яһаны.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Анна Крившина күреү һәләте боҙолған спортсылар араһында 50 метр араға арҡала йөҙөү буйынса яңы донъя рекорды ҡуйҙы. Ошо араны ул 32 секунд эсендә үтте.
Читайте нас: