05:30 (UTC+5), 15 Апреля 2015

Рөстәм Хәмитов XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2015 йылда XVIII ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы сафында сығыш яһаған спортсылар менән осрашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сурдлимпиада – Ханты-Мансиҙа, ә тау саңғыһы буйынса ярыштар Башҡортостандың Әбйәлил районында урынлашҡан «Металлург-Магнитогорск» үҙәгендә үтте. Тренерҙар Андрей Василевский һәм Вячеслав Шевнин етәкселегендәге Рәсәй йыйылма командаһы составында Өфөнән һигеҙ хоккейсы (Константин Гамаюров, Павел Евтушенко, Сергей Кикин, Вячеслав Сидоров, Станислав Хәкимов, Станислав Ильичев, Сергей Юшкин һәм Дмитрий Ядрышников) уйындарҙа алтын миҙалдар яуланы.
– Һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙ лайыҡлы сығыш яһанығыҙ. Афарин! Ҡотлайым, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республикала физкультура-һауыҡтырыу комплекстарын төҙөү дауам итә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Ҡала һәм райондарҙа яңы хоккей майҙансыҡтары барлыҡҡа килә. Былар барыһы ла йәштәрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итә.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, 2011 йылда раҫланған положениеға ярашлы, алтын миҙал яулаусылар һәм тренерҙар составы матди бүләк аласаҡ.
Шайбалы хоккей буйынса илдең йыйылма командаһы тренеры Вячеслав Шевнин республикала һаңғырауҙар спорты торошо хаҡында һөйләне, ә өлкән тренер Андрей Василевский республика спортсыларының Сурдлимпия уйындарында күрһәткән һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
– Ханты-Мансиҙағы стадиондар көйәрмәндәребеҙ менән тулы булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты хоккей командаһының капитаны Станислав Ильичев. – Иң мөһиме – алтын миҙалдарға лайыҡ булдыҡ һәм еңеүгә өлгәштек.
Тау саңғыһы спорты буйынса Башҡортостан йыйылма командаһының өлкән тренеры Олег Иванов спортсыларҙы әҙерләү тураһында һөйләне.
Республика етәксеһе киләсәктә Дим биҫтәһендә сурдлимпия спортсылары йыл әйләнәһенә шөғөлләнә алһын өсөн яһалма боҙ майҙансығы төҙөлә башлаясаҡ тип хәбәр итте.
– Әлегә нимә бар, шуны файҙаланырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Туймазыла, Учалыла яһалма боҙ барлыҡҡа килде, Саҡмағошта төҙөлөш бара. Ошо ҡалаларҙа күнекмәләр үткәрергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы спортсыларҙы Сурдлимпиадала яҡшы сығыш яһауҙары менән ҡотланы һәм яңы еңеүҙәр теләне.
1995 йылдан Башҡортостанда һаңғырауҙарҙы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Республикала бадминтон, көрәш, волейбол, еңел атлетика, мини-футбол, йөҙөү, теннис, өҫтәл теннисы, футбол, шахмат, шашка, тау саңғыһы спорты, саңғы ярыштары, хоккей кеүек спорт төрҙәре үҫтерелә. Спорт клубтарында 2 меңгә яҡын ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсы шөғөлләнә.
Һуңғы 10 йылда Башҡортостан спортсылары биш йәйге һәм ҡышҡы Сурдлимпия уйындарында ҡатнашҡан һәм 38 миҙал (18 алтын, 10 көмөш һәм 10 бронза) яулаған.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика