11:50 (UTC+5), 10 Апреля 2015

Шишмә гимназияһы уҡыусылары көрәш сәнғәте буйынса 29 тапҡыр донъя чемпионы менән осрашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишмә гимназияһында көрәш сәнғәте буйынса 29 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин менән осрашыу ойошторолдо. Сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Таһир Байбурин һәм Шишмә районы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Радмир Мусин ҡатнашты.
Осрашыу Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды.
Вил Ғабдуллин үҙенең спортсы булып китеүе, ярыштарҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне. 1993 йылда ул беренсе тапҡыр сит илдә — Нью-Йорк ҡалаһындағы турнирҙа үҙ көсөн һынап ҡарай. Шул ваҡыттан алып күп илдәрҙә сәйәхәт итә. Әммә минең өсөн Рәсәйҙән дә яҡшырағы юҡ, тип билдәләне ул. Маҡтаулы ҡунаҡ өлкән класс уҡыусыларын Ватанды яратырға, тарихты онотмаҫҡа саҡырҙы.
Вил Ғабдуллиндың ҡаҙаныштары «Рәсәйҙең рекордтар китабы»на индерелгән («Көрәш сәнғәте буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы»), ул Башҡортостандың «Көрәш сәнғәте федерацияһы» төбәк йәмәғәт берекмәһе президенты.
— Барыһы ла үҙегеҙҙән тора, һеҙ барыһына ла өлгәшә алаһығыҙ. Яҡшы уҡыу ғына етмәй, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға кәрәк, — тигән теләктәрен еткерҙе Вил Ғабдуллин.
Уңыштарымдың сере — камиллыҡҡа ынтылыуҙа, тип иҫәпләй чемпион һәм киләсәктә тағы ла күп еңеүҙәр яулаясағына ышана. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын гел яҡшы билдәләренә генә тамамлаған.
Уҡыусылар ҡунаҡҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе һәм уның менән иҫтәлеккә фотоға төштө. Чемпион уларға бүләккә календарь һәм футбол туптары тапшырҙы.
Чемпион менән киләһе осрашыу Өфөнөң 74-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика