11:15 (UTC+5), 30 Марта 2015

Баш ҡалала йәштәр сәйәсәтен һәм спортты иң яҡшы яҡтыртыу буйынса конкурс еңеүселәре бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Өфөлә йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы, физик культура, спорт, олимпия хәрәкәте үҫешен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен иң яҡшы яҡтыртыуға республика журналистар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Сара Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә үтте.
Еңеүселәрҙе министрлыҡ етәксеһе Андрей Иванюта бүләкләне.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн республиканың 46 киң мәғлүмәт сараларынан 58 ғариза бирелгән. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторған конкурс еңеүселәре һигеҙ номинацияла билдәләнде.
«Республика, ҡала, район гәзит-журналдары араһында физкультура-спорт тематикаһын иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында беренсе урынға «Республика Башкортостан» гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе Максим Балобанов лайыҡ булды.
«Республика, ҡала, район, студент гәзит-журналдары араһында йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында беренсе урын «Хәйбулла хәбәрҙәре» мөхәррире Әлфирә Мостафинаға бирелде.
«Башҡортостан Республикаһында олимпия һәм паралимпия хәрәкәттәрен иң яҡшы яҡтыртыу» номинацияһында Фәнис Таһиров етәкселегендәге «Учалы гәзите» һәм «Салауат ерендә» (Салауат районы) гәзите хәбәрсеһе Шамил Әхмәтшин айырылып торҙо.
Валерий Шахов («Уфимские ведомости») һәм Кирилл Пенкин («ПроУфу», «Бонус») 2014 йылдың иң яҡшы фотохәбәрселәре тип танылды.
Радиола физкультура-спорт һәм йәштәр тематикаһын иң яҡшы яҡтыртыусылар: «Юлдаш» радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Ирек Әхмәтшин һәм «Юлдаш» радиоһының яңылыҡтар хеҙмәте комментаторы Бәйтулла Фәтҡуллин.
Телеканалдар араһында иң яҡшылар тип «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы хәбәрсеһе Юлия Мөлөкова һәм ЮТВ хәбәрсеһе Әлфиә Ильясова билдәләнде.
Барлыҡ еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика