ӨФӨ, 2015 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. 11 мартта «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы араһында генераль бағыусылыҡ тураһында
килешеүгә ҡул ҡуйылды. Сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Александр Корсик һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры Александр Семак ҡатнашты.