12:14 (UTC+5), 03 Марта 2015

Өфөлә янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы ярыштары үтә

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә 3 марттан 5-нә тиклем янғын һүндереү-ҡулланма спорты буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте кубогы беренселеге уҙа.
Ярыштар бер үк ваҡытта ике манежда үткәрелә. Ир-егеттәр «Нефтсе» стадионында старт алһа, Өфөләге Янғын һағы идаралығының спорт комплексы егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ҡабул итә.
Башҡортостандың йыйылма командаһы илдең иң көслө унау иҫәбенә инә. Яҡшы базаның булыуы юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә: спортсылар йыл әйләнәһенә ябыҡ манеждарҙа шөғөлләнә.
Тәүге көндә ҡатнашыусылар йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә тейеш. Старттан һуң спортсы ике метрлыҡ ҡойманы аша сыға, ике янғын «ең»ен алып, тиҙ генә әйләндерә һәм еңдәрҙе тоташтыра, быға 18 секунд китә.
Икенсе көнгә штурмлау баҫҡысы менән тәҙрәгә үрмәләү планлаштырылған. Спортсы баҫҡыс менән 32 метр йүгереп бара һәм башняға еткәс, уны һәр ҡаттың тәҙрә уйымына ҡуйып, дүртенсе ҡатҡа (ҡатын-ҡыҙҙар икенсе ҡатҡа тиклем) күтәрелә. «Ярыштың был төрө һәр саҡ көсөргәнешле үтә, йыш ҡына финишта еңеүсе менән призерҙар ваҡыты арауығы секундты ла йөҙҙәрсә өлөшкә бүлә», — тип аңлатма бирҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Өсөнсө көндө ирҙәр араһында ике төр ярыш ойошторола, бының өсөн штурмлау баҫҡысы менән дүртенсе ҡатҡа үрмәләргә һәм йөҙ метрлыҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә кәрәк. Еңеүсе ике төрҙә лә иң яҡшы һөҙөмтәләр суммаһы буйынса билдәләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика