05:48 (UTC+5), 26 Февраля 2015

Башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрергә әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Билдәле башҡорт спортсыһы, «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» исемен яулаусы Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы рекорд ҡуйырға әҙер. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ул ауырлығы 700 килограмм тартҡан дөйәне күтәрергә ниәтләй.
Рекорд ҡуйыу урыны итеп Силәбенең йәйәүлеләр урамы һайланған. Бәһлеүән дөйәне бронзанан эшләнгән «Башҡорт малайы һәм дөйә» скульптура композицияһы янында күтәрәсәк. Был осраҡлы түгел — ҡаланың гербында төшөрөлгән дөйә Силәбенең символы булып тора. Тарихсыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Урал аша Бөйөк ебәк юлы үткән.
Дөйәнең исеме — Вася.
— Беҙ Вася менән таныштыҡ та инде. Ул үҙен бик яҡшы тота, — тип һөйләне Эльбрус Ниғмәтуллин.
Башҡорт батыры 2 мартта сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика