Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.63
+0.67
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2015, 18:03

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Өфөлә «Алтын шайба» турнирының финалы үтә

ӨФӨ, 2015 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 23 февралдә Өфөлә хоккей буйынса «Алтын шайба» йәштәр турнирының финалы үтә. Ихата командалары араһындағы ярыштар 1 февралдән алып бер нисә этапта уҙҙы. Йөҙләгән үҫмерҙәр абруйлы турнирҙың финалында ҡатнашыу өсөн көс һынашты.
Уйындарҙа ике йәш төркөмөндәге — 10-12 һәм 12-14 йәшлек хоккейсылар ҡатнаша. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдар һәм грамоталар тапшырыласаҡ. Баш ҡаланың Киров районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, финал Зәки Вәлиди урамы,3 адресы буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Турнирҙың төп маҡсаты — сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм саф һауала әүҙем ял итеүҙе популярлаштырыу.
Читайте нас: