Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.96
-0.9
92.68
-1.24
62.57
+0.18
8+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ғинуар 2015, 17:31

Йәш башҡорт рапирасылары Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Арзамаста юниорҙар араһындағы Рәсәй беренселегендә рапирасыларҙың команда турниры финалында Башҡортостандың йыйылма командаһы Санкт-Петербург квартетын 45:43 иҫәбе менән еңде.
Еңеүселәр командаһында Искәндәр Әхмәтов, Марат Бакиров, Владислав Журавлев һәм Артур Шәрипов бар.
Сирек финалда башҡорт рапирасылары Мәскәүҙең йыйылма командаһын 44:34, ярым финал уйынында Ярославль командаһын 45:36 иҫәбе менән еңде.
Читайте нас: