07:37 (UTC+5), 29 Декабря 2014

Николай Красников — Рәсәй чемпионаты лидеры

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Ғ.Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге егете Николай Красников — боҙҙа мотоуҙышыу буйынса Рәсәйҙең 55-се шәхси беренселеге финалында лидер. Икенсе финал этабында ул мөмкин булған 15 мәрәйҙән 15 мәрәй йыйҙы. Беренсе этап еңеүсеһе Игорь Кононов (Тольятти) йәнә Красниковтан еңелде. Шулай итеп, хәҙер инде Красников Кононовтан ике мәрәйгә алда бара. Беренсе этапта иһә киреһенсә ине.
Красниковтан тыш, Башҡортостан вәкилдәре араһында Егор Мышковец (Өфө) һәм Сергей Карачинцев (Стәрлетамаҡ) айырылып торҙо.
Шулай итеп, чемпионатта әлегә Красников менән Кононов лидерҙар рәтендә. Өсөнсө урында дүрт мәрәйгә ҡалышып, Иванов килә. Артабан – алты спортсы, беренсеһе менән һуңғыһы араһындағы айырма шулай уҡ дүрт мәрәй. Өфөләге финалға тиклем әле ике аҙна ваҡыт бар. Оҙайлы ялдар мәлендә ҡатнашыусыларҙың әҙерлеге, сәләмәтлек торошо һәм техниканың торошо, әлбиттә, үҙгәрешһеҙ ҡалмаясаҡ. Шуға күрә чемпионат нисек тамамланасағын бер кем дә әйтә алмай.
Рәсәй чемпионатының икенсе этабы йомғаҡтары.
Финал 2 Өфөлә 2015 йылдың 10-11 ғинуарында «Төҙөүсе» стадионында уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика