03:46 (UTC+5), 27 Октябрь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Башкортостанда хоккей булды, бар һәм буласаҡ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Әлшәй районына эш сәфәре барышында журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслау менән бәйле хәлгә аңлатма бирҙе.
- Башҡортостан Республикаһында хоккей булды, бар һәм буласаҡ. Һәм «Салауат Юлаев» хоккей клубы шулай уҡ булды, бар һәм буласаҡ. Яңыраҡ ҡына клубтың 50 йыллығын билдәләнек. Беҙҙең киләсәк быуын 100 йыллығын да, 200 йыллығын да билдәләйәсәк тип уйлайым. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһында ҙур хоккейҙың булыуына шикләнмәйем, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты был хәлде сәйәсәт менән бәйләмәҫкә һәм ошо тема менән файҙаланмаҫҡа саҡырҙы.
- Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты алып барған тикшереү эштәре менән бәйле, шул иҫәптән хоккей клубын финанслау менән шөғөлләнгән, эре хәйриә фондтарының береһенең проблемалары барлыҡҡа килде. Ул икенсе тема һәм, дөрөҫөн әйткәндә, хоккейға бер нисек тә ҡағылмай. Был фонд менән эште асыҡларға, уның ҡайҙан бындай миллиардттары барлыҡҡа килеүен, был аҡсаның ни өсөн Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһына барып етмәүен аныҡларға кәрәк. Быларҙың барыһы менән Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты һәм Генераль прокуратураһы шөғөлләнә. Улар асыҡлаясаҡ, был мәсьәләгә нөктә ҡуясаҡ. Ә көйәрмәндәргә борсолоуға урын юҡ. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика