16:22 (UTC+5), 03 Июня 2014

Рөстәм Хәмитов Бөрөнөң йәш футбол чемпиондары менән осрашты

Дмитрий Слезин
Шишәмбе, 3 июндә, республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Бөрөнөң «Спартак» һәм «Спартаковец» командалары малайҙары менән аралашты. Улар Сочиҙа футбол буйынса балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттары командалары араһында «Будущее зависит от тебя» асыҡ бөтә Рәсәй ярыштарында финал уйындарҙа төп призды һәм көмөш награданы яуланы.
«Спартак» 14-16 йәштәр категорияһында еңеүсе булды. Бүләк сифатында йәш спортсылар Англияға «Арсенал» футбол клубы менән осрашыуға барасаҡ, унда балалар турниры уҙасаҡ һәм, бәлки, «Арсенал»дар оҫталыҡ-класы ла күрһәтәсәк.
«Спартаковец» командаһы 11-13 йәштәге төркөмдә финалда Новосибирск командаһына еңелеп көмөш миҙал яуланы.
Рөстәм Хәмитов малайҙарҙан кемдең профессионал футболсы булырға теләгәнен һораны һәм «Бөтәһе лә!» тигән яуапты ишеткәс, «Бының өсөн етди шөғөлләнергә кәрәк!», тине.
Бөрөнөң футбол майҙанында мохтажлыҡ кисергәнен асыҡлағас, Рөстәм Хәмитов мәсьәләне хәл итергә ярҙам итәсәген белдерҙе. Осрашыу барышында ул футболсыларға форма һәм демонстрациялау ҡорамалдары алыуға сертификаттар тапшырҙы. Бынан тыш, «спартаксыларға» Рәсәй Премьер-лигаһы командаһы – «Өфө» футбол клубы футболкалар бүләк итте.
Малайҙар Рөстәм Хәмитовҡа Сочиҙағы еңеү билдәһе булған сувенир туп бүләк итте.
Һуңынан «Динамо» стадионы майҙанында республика етәксеһе Бөрөнөң йәш чемпиондар ҡапҡасыһын ныҡлыҡҡа һынаны.
Иҫтәлеккә күмәкләп төшкән фото был осрашыуҙы тамамланы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика