Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+14 °С
05:17 (UTC+5), 23 Мая 2014

Республика башлығы «Өфө» футбол клубы спортсыларын һәм тренерҙарын Премьер-лигаға сығыуҙары менән ҡотланы

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө» футбол клубы спортсыларына һәм тренерҙарына, Рәсәй футболы Премьер-лигаһына сығыуҙары менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан Президенты телеграммаһында былай тиелә:
«Хөрмәтле дуҫтар!
Башҡортостандың бөтә көйәрмәндәре, үҙемдең исемдән һеҙҙе, тренерҙар штабын, «Өфө» футбол клубы уйынсыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй Премьер-лигаһына сығыуығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Юғары оҫталыҡ, батырлыҡ һәм ихтияр көсө һөҙөмтәһендә һеҙ еңеү яуланығыҙ һәм Рәсәй футболы элитаһына индегеҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикабыҙ ҙур футбол үҫешендә бик ҙур аҙым эшләне һәм үҙенә футбол төбәге исемен ҡайтарҙы. Башҡортостан был уңышты нығытыу, бөтә кәрәкле футбол инфраструктураһын булдырыу, был күренекле спорт төрө үҫешендә яңы аҙымдар яһау өсөн мөмкин тиклем барыһын да эшләйәсәк.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, республика һәм тыуған ил спорты өсөн яңынан-яңы сағыу еңеүҙәр теләйем!».
«Өфө» футбол клубының баш тренеры Игорь Колыванов менән матчтан һуң телефон аша һөйләшкәндә Башҡортостан башлығы команданы иҫ киткес еңеүе менән ҡотланы һәм Рәсәй Премьер-лигаһында уңыштар теләне.
- Рәсәй премьер-лигаһына сығыу – Башҡортостан, Өфө һәм бөтә Башҡортостан футболын үҫтереү өсөн башҡарылған ғәйәт ҙур эш ул, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика