06:56 (UTC+5), 19 Мая 2014

Башҡортостан Президенты республиканың велосипед хәрәкәте лидерҙары менән велоинфраструктура мәсьәләләрен тикшерҙе

Дмитрий Слезин
Шәмбе, 17 майҙа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда велосипед хәрәкәте лидерҙары менән осрашты. Осрашыуҙа баш ҡала мэры Ирек Ялалов та ҡатнашты. Велосипед инфраструктураһына ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.
Әңгәмә башында республика башлығы үкенес менән, Ҡытайға эш сәфәре менән барыу сәбәпле, йәкшәмбе «1000 велосипедсы көнө» байрамында ҡатнаша алмағанлығын хәбәр итте:
- Иртәгә була алмайым, бөгөн кис Ҡытайға осам. Иртәгә республикабыҙҙа ҙур предприятие төҙөү буйынса компания менән һөйләшеүҙәр башлана. Шуға күрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин була алмайым, — тине Рөстәм Хәмитов.
Инфраструктура проблемаһын тикшереп, Рөстәм Хәмитов шуны билдәләне:
- Велосипед юлдары, парк хужалығы, ял итеү мөхите менән шөғөлләнерлек структуралар кәрәк, — тип иҫәпләй Рәстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы ҡалала велосипед юлдары булдырыу мәсьәләһендә сит илдәрҙең ыңғай тәжрибәһен файҙаланырға кәңәш итте:
- Данияла булдым, унда автомобиль юлдарының участкалары велосипедсылар өсөн тәғәйенләнгән. Шундай уҡ хәлде Италияла күрҙем, — тип һөйләне Рәстәм Хәмитов. — Әммә махсуслаштырылған трассалар унда күп түгел. Унда тротуарҙар буйлап та, юлдан да йөрөйҙәр. Шуға ҡарамаҫтан беҙҙең өсөн, моғайын, был ысул бик үк бармайҙыр. Беҙҙә автомобиль юлдарында тәртип мәҙәниәте хатта автомобилселәр араһында ла юҡ әле, ведосипедсылар тураһында һөйләһе лә түгел – уларҙы, һис шикһеҙ, ситләтәсәктәр, юл ситенә ҡыҫырыҡлаясаҡтар. Күрәһең, беҙгә махсус велосипед трассалары кәрәк, уларҙы төҙөйәсәкбеҙ ҙә, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов Өфөнөң урмансылар паркында биш километрға тиклем велотрасса төҙөргә тәҡдим итте, унда килеп ҡуртымға техника алып тороу мөмкинлеге буласаҡ.
Тағы ла бер фекер – төрлө ҡаршылыҡтар, трамплиндар, кейенеп-сисенеү, душ бүлмәләре, төрлө (балаларҙыҡынан башлап) зоналар менән махсус велосипед паркын («Байк-парк») төҙөү.
Әлегә ҡоролма өсөн Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге парк территорияһы һайланған. Саранск яҡшы миҫал булып тора, уның тәжрибәһе менән файҙаланырға Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте.
- Беҙ хәҙер юлдың иң башында торабыҙ, әлегә беҙҙең теләктәр мөмкинлектәрҙән артығыраҡ. Шуға ҡарамаҫтан, тәүге аҙым яһалған һәм беҙгә туҡтарға ярамай. Быға професионал яҡтан килергә, был өлкәлә белгестәр табырға кәрәк, — тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов үҙе лә велосипедта йөрөргә ярата: көн һайын эштән һуң биш-ете километр, ә ял көндәре 25 километрға тиклем йөрөргә тырышам, тип һөйләне ул.
Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге ваҡытта «2013-2017 йылдарға БР Өфө ҡалаһы ҡала округының велоинфраструктураһын үҫтереү» ҡала маҡсатлы программаһы әҙерләнгән, унда урман-парк зоналарын, тротуарҙарҙы һәм юлдарҙы иҫәпкә алыу менән 179,1 километр оҙонлоҡтағы велосипед инфраструктураһын төҙөкләндереү индерелгән.
Программа ҡала бюджеты аҡсаһына Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралыҡтарының көсө менән ғәмәлгә ашырыласаҡ.
2013 йылда дөйөм 25,6 километр оҙонлоҡтағы велосипед юлын һалыу буйынса эштәр башҡарылған.
2014 йылда 20 километрҙан ашыу велосипед юлдары сафҡа индереү планлаштырыла.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика