16:08 (UTC+5), 23 Апреля 2014

Башҡортостан спорты Ҡырымдыҡына ярҙам итәсәк

Дмитрий Слезин
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һәм уның урынбаҫары Алексей Новиков Ҡырымдың Белогорск районында булды.
Сәфәр сиктәрендә министр спорт инфраструктураһы менән танышты, йәштәр һәм спорт йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты, спорт комитеттарының эшен өйрәнде.
- Беҙ 20 ауыл биләмәһендә булдыҡ, 78 объектты, уларҙан 38 яҫы ҡоролманы (ҡапҡалар менән полены һәм дөйөм физкультура тәғәйенләнешендәге майҙансыҡтарҙы), мәктәптәр һәм мәҙәниәт һарайҙары ҡарамағындағы 36 спорт залын, дүрт стадионды, «Баланово» ял базаһын, Белогорсктың балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен ҡараныҡ, — тип һөйләне спорт ведомствоһы етәксеһе. — Объекттар менән оҙаҡ ваҡыт файҙаланалар һәм улар бик ныҡ туҙған. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре тейешле техник торошҡа килтереү өсөн етди капиталь һалыуҙарҙы талап итә. Булған спорт мәктәбен нығытырға, шулай спорт төрҙәрен үҫтерергә кәрәк. Сөнки районда уларҙың үҫеше өсөн потенциал бар. Атап әйткәндә, Белогорьела һыу спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн бер нисә һыуһаҡлағысы бар. Буран-Кая тәбиғи ыҙан эргәһендә төрлө ауырлыҡ кимәлендә маршруттар бар, уларҙы спорт туризмында ҡулланырға була. «Баланово» ял базаһында киләсәктә күнекмә сборҙары ваҡытында спортсыларҙы урынлаштырыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкин, — тип билдәләне Андрей Иванюта.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса яҡтар БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм Белогорск районы дәүләт хакимиәте араһында партнерлыҡ килешеүен төҙөү тураһында килеште.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика