Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
09:50 (UTC+5), 09 Апреля 2014

Туймазы мәктәптәрендә «Чемпиондар менән зарядкалар» үтте

Әлим Фәйезов
Туймазы районында дөйөм мәктәп «Чемпиондар менән зарядкалар» үтте, унда 12 меңдән ашыу уҡыусы һәм Туймазының билдәле спортсылары – спорт мастерҙары, донъя, Рәсәй, Башҡортостан чемпиондары ҡатнашты.
Туймазы ҡалаһының 8-се урта мәктәбендә уҡыусылар менән зарядканы самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Дмитрий Торгашов һәм кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Алмаз Зәйнәғолов үткәрҙе. Был спортсылар Рәсәй беренселектәрендә күп тапҡыр еңеүсе, ә хәҙер Алмаз һәм Дмитрий донъя чемпиондары.
Серафимовка ауылының 1-се урта мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары менән зарядканы 11 синыф уҡыусыһы, кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Руслан Цхай уҙғарҙы.
Йәштәр араһында спидвей буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, үҫмерҙәр араһында Германия чемпионатында бронза призеры, халыҡ-ара ярыштарҙың көмөш призеры Арыҫлан Фәйзуллин Туймазы ҡалаһының 2-се урта төп дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
Тотош йондоҙҙар спорт командаһы зарядканы Туймазы ҡалаһының 4-се урта төп дөйөм белем биреү мәктәбендә үткәрҙе: самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, РФ Президентының Кубогын яулаусы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе һәм призеры – Тимур Ғәлләмов; самбо буйынса Азия, Рәсәй беренселектәре призеры – Айнур Муллағәлиев; билбауҙа көрәш буйынса Рәсәй һәм донъя чемпионы – Гөлсинә Ишмурзина; Олимпия уйындары ҡатнашыусыларын тәрбиәләүсе, БР иң яҡшы тренеры – Сергей Суханов; марафон йүгереүе буйынса күп тапҡыр бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары еңеүсеһе һәм призеры – Азат Мөҡсинов; йөҙөү буйынса Европа һәм СССР чемпионы – Альберт Шәйҙуллин.
- Быға оҡшаш акциялар уҙғарыу район территорияһында физик культура һәм спорт үҫешенә яңы импульс бирә һәм төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә теләүсе балалар һәм үҫмерҙәр иҫәбенең артыуына тәьҫир итә, — тип билдәләнеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика