04:52 (UTC+5), 18 Марта 2014

Владимир Путин Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпиондарына һәм призерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы

Дмитрий Слезин
Дүшәмбе, 17 мартта, Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй йыйылмаһы ағзалары – Сочиҙа ХI ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән осрашты һәм спортсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы.
- Паралимпсылар тураһында күп һөйләйҙәр, улар спортсылар ғына түгел, улар ниндәйҙер спорт миссияһын үтәйҙәр генә түгел, ә социаль функцияны башҡарыуҙары тураһында күп тапҡыр ишеткән бар. Был хаҡта күп нәмә әйтелде, әммә ҡайһы бер әйберҙәрҙе мин ябай ғына билдәләй алмайым, — тип билдәләне Рәсәй Президенты. — Моғайын, һеҙҙең бөтә ҡаҙаныштарығыҙҙы ла һанап булмай. Һеҙҙең Паралимпияла иҫ киткес сығыштарығыҙҙы мин ҡабатлай алмаясаҡмын. Бөтә Паралимпия уйындары тарихында беҙҙең йыйылманың ғына түгел, ә бөтә паралимпия тарихында бөтә милли йыйылмалар өсөн дә дөйөм команда зачетында был иң яҡшы күрһәткес икәнлеген, әлбиттә, әйтмәй булмай. 80 миҙал – ул иң яҡшы күрһәткес. Уларҙан – 30 алтын, был тик миҙалдар фейерверкы. Мин һеҙҙе бының менән ысын күңелдән ҡотлағым килә. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Наградланыусылар араһында Башҡортостан паралимпсылары ла. Дуҫлыҡ ордены менән Азат Ҡарасурин һәм Кирилл Михайлов наградланды. Президент Александр Давидович һәм Ирек Зариповҡа «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн» I дәрәжә орденының миҙалын тапшырҙы.
Ирек Зарипов Владимир Путинға паралимпия спортына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика