Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Март 2014, 15:29
Александр Давидович Паралимпия-2014-тә тағы ла бер «бронза» яуланы
Фотобанк РИА Новости
Сочиҙа ҡышҡы Паралимпия уйындары-2014-тә «ултырып» категорияһында спортсылар араһында 15 километрға биатлон ярышы тамамланды.
Бишенсе алтын миҙалды, бөтә дүрт этаптарҙа хатаһыҙ атып һәм иң яҡшы тиҙлек күрһәтеп, Рәсәйҙән Роман Петушков яуланы.
Бөтә пьедестал – рәсәйлеләрҙеке. Икенсе урында, ике хата менән Петушковтан ике минут 4,9 секундҡа артта ҡалып, Григорий Мурыгин.
Был Уйындарҙа Башҡортостан вәкиле Александр Давидович икенсе «бронза»ны алды. Ул «таҙа» атты, әммә Мурыгиндан аҡрыныраҡ хәрәкәт итеп, унан 20 секундҡа ҡалышты.
Шулай итеп, Башҡортостан копилкаһы алтынсы миҙал менән тулыланды – ике «алтын», бер «көмөш» һәм өс «бронза» (уларҙың икәүһе – Давидовичтан).
Рәсәй йыйылмаһы, илленән ашыу миҙал яулап, ҙур айырылыу менән Паралимпия-2014-тә беренселектә.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
паралимпия-2014
Читайте нас: