07:50 (UTC+5), 07 Марта 2014

Сочиҙа XI ҡышҡы Паралимпия уйындары асыла

Дмитрий Слезин
Йома, 7 мартта, Сочиҙа XI ҡышҡы Паралимпия уйындарын асыу тантанаһы уҙасаҡ. Тантананың башы – Мәскәү ваҡыты буйынса 22 сәғәттә.
Сочиҙа Паралимпияға Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандан биш спортсы: Ирек Зарипов, Кирилл Михайлов, Азат Ҡарасурин, Надежда Андреева һәм Александр Давидович ҡатнаша. Бөтә спортсылар саңғы ярыштарында һәм биатлонда сығыш яһаясаҡ.
Ҡышҡы Паралимпия уйындары тарихы эсендә Башҡортостан спортсылары 27 миҙал яуланы, уларҙан 14-те алтын, 11 көмөш һәм икәүһе бронза.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, призлы урындар яулаусы Башҡортостан олимпсыларына республиканан матди бүләкләү ҡаралған: «алтын» өсөн — 1,5 миллион һум, «көмөш өсөн» — миллион һәм «бронза» өсөн – 500 мең һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика