12:21 (UTC+5), 03 Марта 2014

Рөстәм Хәмитов һәм факелсы Юрий Акшенцов Өфөлә Паралимпия утын яндырҙылар

Дмитрий Слезин
Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр «Сочи 2014» Паралимпия уты Эстафетаһы этаптарының береһе уҙҙы. Өфө был эстафетала Волга буйы федераль округынан сығыш яһаны.
Паралимпия Утын ҡабыҙыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда үтте.
Бында башҡорт риүәйәттәре буйынса театрлаштырылған тамаша ойошторолдо.
Факелсылар Башҡорт дәүләт медицина университеты, Ленин исемендәге сквер, «Буревестник» бассейны, Маяковский исемендәге сквер, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Археология һәм этнография музейы, «Динамо» стадионы маршруты буйынса йүгерҙе.
Байрамдың финалы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йәйелде.
Төп ҡабыҙыу алдынан бында халыҡты ҡаланың бейеү-йыр коллективтары үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы.
Һуңғы факел йөрөтөүсе – Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыусы һәм уларҙа призлы урындар яулаусы – Юрий Акшенцов. Тап уға республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Ҡалала Төп утты ҡабыҙыу хөрмәте тейҙе.
- Ҡәҙерле дуҫтар! Бына яңы ғына Сочиҙа Олимпиада тамамланды. Һәм хәҙер эстафетаны Паралимпия уйындары эләктереп ала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең төбәк, беҙҙең республика, беҙҙең Өфө үҙенең иҫ киткес спортсылары менән дан ҡаҙана. Олимпиадала алтын миҙалдар бар! Паралимпия уйындарында ла миҙалдар булыр тип уйлайым – беҙҙең йыйылма көслө! Беҙҙә иҫ киткес спортсылар, атаҡлы кешеләр. Мин һеҙҙе Паралимпия Уты үҙебеҙҙә Өфөлә булыуы менән ҡотлайым. Паралимпия уйындарында Рәсәй Федерацияһының спортсылары нисек сығыш яһаясағына көйөп-янасаҡ барыһын да ҡотлайым. Спортсыларыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһебеҙ килә – улар көслө кешеләр! Тағы өҫтәп шуны әйтәһе килә, беҙ үҙебеҙҙең энергиябыҙҙы һәм еңеү теләген уларға бирәсәкбеҙ! Бөтәһенә ла ҙур рәхмәт, барыһын да байрам менән! Ура! — тип йомғаҡланы республика башлығы.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Юрий Акшенцов сығыш яһаны, байрам ҡунаҡтарын тарихи ваҡиға менән ҡотланы һәм Сочи-2014 паралимпсыларына уңыштар теләне.
Билдәләп үтергә кәрәк, Эстафетаның бишенсе көнөнә, 5 мартта, уникаль церемония – Сочи ҡалаһының үҙәк майҙанында барлыҡ төбәктәрҙең Паралимпия уттарын «берләштереү» тантанаһы үтәсәк. Эстафета 7 мартта «Фишт» стадионында XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын Асыу менән тамамланасаҡ.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика