12:49 (UTC+5), 26 Февраля 2014

Салауатта республика хеҙмәткәрҙәренең ҡышҡы спартакиада финалы үтәсәк

Арина Рәхимҡолова
28 февралдән 2 мартҡа тиклем Салауатта Башҡортостан Республикаһы эшселәренең ҡышҡы спартакиада финалы уҙасаҡ. Уға тиклем хеҙмәт коллективтарында күмәк ярыштар, шулай уҡ тармаҡ профсоюз ойошмаларының ҡала һәм республика спартакиадалары уҙғарылған.
Әлеге ваҡытта спорт ярыштарын күпселек тармаҡ профсоюз ойошмалары үткәргән. Уларҙа өс меңдән ашыу күмәк спорт һөйөүсе ҡатнашҡан.
Финалда алданғы этап йомғаҡтары буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәр осрашасаҡ. Дөйөм команда урыны өс төркөм буйынса – ҡала округтары араһында, муниципаль райондың административ үҙәктәре менән ҡалалар араһында, республика тармаҡ профсоюз ойошмалары арыһында билдәләнә.
Эшселәр үҙҙәренең һәләттәрен саңғы ярышында, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың саңғы эстафетаһында, ҡышҡы мини футболында, ғаилә старттарында һәм дартста күрһәтәсәк. БР Профсоюздар федерацияһында билдәләүҙәренсә, 500-гә тиклем кеше ҡатнашыуы көтөлә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика