10:31 (UTC+5), 26 Февраля 2014

Өфөлә Паралимпия уйындары-2014 Утын ҡабыҙыу башҡорт бейеүе менән оҙатыласаҡ

Дмитрий Слезин
2014 йылдың 26 февралендә «Сочи-2014» Паралимпия уты Эстафетаһы старт ала. Ул Рәсәй Федерацияһының бөтә һигеҙ федераль округы аша үтәсәк һәм 45 ҡалала буласаҡ.
Эстафетаның бишенсе көнөндә – 3 мартта Ут Башҡортостандың баш ҡалаһы урамдары буйлап үтәсәк. Өфөлә иллеләп факел йөрөтөүсе был ваҡиғала ҡатнашасаҡ. 26 февралдә ҡала хакимиәтендә уға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Факелды баш ҡаланың билдәле кешеләре йөрөтөсәк, улар араһында Лондонда Паралимпия уйындары-2012 чемпионы Михаил Зимин, еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Петр Буйлов, йөҙөү буйынса Сурдлимпия уйындары чемпионы Вадим Боровик.
Алдағы эстафета бөтә Паралимпия уйындары тарихында иң инновацион һәм үҙенсәлекле булырға вәғәҙәләй. Һәр көн Паралимпия уты федераль округтарҙың береһендә бер үк ваҡытта бер нисә ҡалалла ҡабыҙыласаҡ. Ҡабыҙыу һәм төбәктән төбәккә тапшырыу алымы һәр ваҡыт үҙгәрәсәк һәм хайран ҡалдырасаҡ, сөнки һәр ҡабыҙыу тантанаһы үҙенсәлекле – ҡояш нурҙарынан алып, сүкеш һәм һандалдан алып, урыҫ мейесенән һәм хатта вулкан осҡононан.
- Утты Өфөлә ҡабыҙыу шулай уҡ үҙенсәлекле буласаҡ. Ул бейеү менән оҙатыласаҡ, — тип билдәләне матбуғат конференцияһында БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов.
Ут башҡорт ырыуҙары тураһында риүәйәтте башҡарыу ваҡытында ҡабыҙыласаҡ. Был миссия күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттары призеры, дзюдо буйынса Европа чемпионаты призеры, Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы рәйесе Юрий Акшенцовҡа ышанып тапшырылған.
Эстафетаның ҡала этабы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда тамамланасаҡ. 14 сәғәттә бында байрам уҙасаҡ.
Эстафетаның оҙонлоғо 5 километр самаһы тәшкил итәсәк һәм ул ҡаланың тарихи урындары буйлап үтәсәк.
Төштән алып факелсылар Утты Пушкин, Ленин, Коммунистик, Цюрупа, Октябрь революцияһы, Пушкин, Совет, Туҡай, Карл Маркс, Зәки Вәлиди урамдары буйлап йөрөтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика