06:22 (UTC+5), 25 Февраля 2014

Елистратов, Захаров һәм Вилухина Дуҫлыҡ орденын алдылар

Дмитрий Слезин
Сочиҙа Рәсәй Президенты XXII ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты.
Олимпия спортсыларын бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, Владимир Путин билдәләп китте:
- Һеҙ ғәҙел һәм ныҡышмалы көрәштә яулап алған миҙалдар, һәр беребеҙ өсөн айырыуса ҡиммәткә эйә булыуына ышанам. Улар Сочиҙа үҙебеҙҙең Олимпиадала яуланған. Теләгән маҡсатыбыҙға ирештек. Беҙ һеҙҙең һәләтегеҙ һәм тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә, халҡыбыҙ араһында һөйләүҙәренсә, үҙебеҙҙең урамда ла байрам эшләнек. Һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине РФ Президенты.
Наградланыусылар араһында Өфөнөң шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Руслан Захаров һәм Семен Елистратов та булды. Спортсыларыбыҙҙы дәүләт башлығы Дуҫлыҡ ордены менән наградланы.
21 февралдә Руслан Захаров һәм Семен Елистратов Рәсәй йыйылмаһы составында (Виктор Ан һәм Владимир Григорьев) 5000 метрлыҡ эстафетала «алтын» яуланылар. Республиканан Өфөнөң тиҙ йөрөүсе спортсылары 1,5 миллион һум күләмендә (4 миллион һум күләмендә федераль бүләкте иҫәпкә алмайынса) аҡсалата бүләк аласаҡ. Спортсыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса мәсьәлә ҡарала.
Шулай уҡ орденға Олимпиада-2014-тә биатлон буйынса ике «көмөш» яулаусы Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Ольга Вилухина лайыҡ булды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика