13:19 (UTC+5), 07 Февраля 2014

Башҡортостан Президенты «Рәсәй саңғы юлы -2014»кә старт бирҙе

Дмитрий Слезин
Өфөлә «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексында «Рәсәй саңғы юлы -2014»кә старт бирелде. Был йыл һайын уҙғарыла торған саңғы байрамы. Олимпия йылында Өфөлә тәүге майҙансыҡта уҙғарыла.
Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Радий Хәбиров, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
- Бөгөн иҫ киткес көн – XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу көнө, — тине Рөстәм Хәмитов, саңғы ярышында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. — Был көндө иҫ киткес ярыштарыбыҙҙы үткәреү үтә ҡыуаныслы. Мин һеҙҙе был ваҡиға менән ҡотлайым! Һеҙгә уңыштар теләйем! Стартҡа баҫҡандарҙы һәм әҙерләнгәндәрҙе көттөрмәйек! Барыһын да байрам менән! Ура! — тип тамамланы ҡыҫҡа сәләмләүен республика Президенты.
- Хәйерле көн ҡәҙерле дуҫтар, ҡәҙерле яҡташтар! — тип йыйылғандарҙы сәләмләне Радий Хәбиров. — Бөгөн беҙ Олимпиадабыҙҙы асабыҙ. Был илебеҙҙең масштаблы ваҡиғаларының береһе. Бөгөнгө байрам, Башҡортостанда спорт байрамы менән һеҙҙе ҡотлап китергә һәм бөтәһенә лә уңыштар теләргә рөхсәт итегеҙ! Беҙҙең команда өсөн янып-көйөргә саҡырам, спортсыларыбыҙ һәм илебеҙ менән ғорурланайыҡ! — тип өндәне Радий Фәрит улы.
Төп «Саңғы юлы» стартынан тыш, ә унда егеттәр һәм ҡыҙҙар, дәрәжәле кешеләр, ҡала предприятиелары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнаша, спорт байрамы сиктәрендә шулай уҡ «Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт» фестивале үтә. Уның программаһына гер спорты, арҡан тартыу, дартс, быймала ҡарҙа туп менән хоккей һәм «Атай, әсәй һәм мин — спорт ғаиләһе» күңелле эстафетаһы ингән.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика