10:38 (UTC+5), 06 Февраля 2014

Өфө уҡыусылары Олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар менән «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» күргәҙмәһендә осрашты

Дмитрий Слезин
«Үҙеңдең спорт донъяңды ас» акцияһы сиктәрендә «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» беренсе республика спорт күргәҙмәһендә Инорс ҡасабаһы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют тәрбиәләнеүселәре һәм Шамонино ҡасабаһының «Балалыҡ планетаһы» ижади үҫеш студияһы, шулай уҡ М. Горький исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары булды.
Акцияны Башҡортостанда «Рәсәй Паралимпия комитеты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, шулай уҡ БР Милли музейы ойошторҙо.
Акция Сочиҙағы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына арналған.
Конькиҙа йүгереү буйынса халыҡ-ара спорт мастеры, 1994, 1998 һәм 2002 йылдарҙағы ҡышҡы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы Татьяна Трапезникова балаларға үҙенең спорт ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Афинала Олимпия уйындарының бронза призеры, рапирсы Реналь Ғәниев уҡыусыларға күп ҡыҙыҡлы нәмәләр һөйләне.
- Мин беренсе тапҡыр бындай сарала ҡатнашам. Тап баш ҡалабыҙҙа Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия уйындарында Башҡортостан спортсыларының сығыш яһауҙары тураһында һөйләгән күргәҙмә ойошторолоуы менән ғорурланам. Мине бындай проектта ҡатнашырға саҡырыуҙарына ҡыуанам. Уйлауымса, «Быуындар һәм еңеүҙәр эстафетаһы» күргәҙмәһендә булған күпселек балалар үҙҙәре өсөн үҙ спорт донъяһын асасаҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Реналь Ғәниев.
Барселонала йөҙөүҙә Олимпия чемпионы Вениамин Таянович шулай уҡ акцияла ҡатнашты.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика