Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Ғинуар 2014, 19:00

Башҡортостандың бишбәйгеселәре беренсе тапҡыр Рәсәй Кубогын яуланы

Беренсе тапҡыр Башҡортостан спортсылары заманса бишбәйге буйынса команда зачетында Рәсәй Кубогын яуланы. Ярыштар Мәскәүҙә уҙҙы.
Мәскәү командаһы икенсе урынды яуланы, призерҙар өслөгөн Һамар өлкәһенең йыйылма командаһы «бикләне».
Чемпиондар составына Гөлназ Ғөбәйҙуллина, Александра Бербега һәм Ульяна Баташова инделәр.
Бынан тыш, шәхси зачетта Гөлназ Ғөбәйҙуллина, Мәскәү спортсыһы Доната Римшайтеға юл биреп, икенсе урынды яуланы. Өсөнсө урынды Мәскәү командаһының тағы лә бер вәкиле – Анна Савченко биләне.
Автор: Дмитрий Слезин
Читайте нас