Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2014, 19:27

Башҡортостандың «телевидение олимпсылары» Сочиға Уйындар-2014-кә юлланды

Башҡортостандың 30 телевидение хеҙмәткәре йома, 24 ғинуарҙа, Сочиға XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын яҡтыртырға китте. Ул, дүрт йыллыҡ Уйындарҙа эшләү хоҡуғы алған, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре.
«Спортивное вещание» («Панорама») автономиялы коммерцияһыҙ ойошма – яңы профессиональ техникаһы һәм юғары класлы белгестәр комадаһы булған Рәсәй телевидение компанияһы. Ул Мәскәүҙә һәм сит илдә спорт, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни сараларҙы трансляциялауҙа ҙур тәжрибәгә эйә.
2011-2013 йылдар дауамында яңы телевидение ҡорамалында эшләү оҫталығын үҙләштергән 1200-ҙән ашыу профессионалды әҙерләгән. Уларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыу туры Рәсәйҙең ун төбәгендә үтте.
«Панорама» Өфө филиалы хеҙмәткәрҙәре яҡшы уҡып сыҡты һәм һуңынан тест ярыштарында уңышлы стажировка үтте: биатлон һәм саңғы ярыштары буйынса Донъя кубогында эшләне. Улар был дисциплиналарҙа, тағы ла тауҙан төшкән ярыштарҙа Сочиҙағы Олимпиада-2014-тә эшләйәсәк.
- Беҙҙең «телевидение олимпсылары» тарафына юл теләктәре әйтер өсөн йыйылдыҡ», — тине «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының директоры Ғәлим Яҡупов. — Олимпиада – ике йыл элек эшләй башлаған эштең һөҙөмтәһе. Минең һеҙгә директор кәңәше – бейек күтәргән байраҡты төшөрмәгеҙ, һеҙ уны инде күтәрҙегеҙ. Уны көслө ҡулдарҙы лайыҡлы тотоғоҙ! Уны бөтә Олимпиада аша алып барығыҙ!
- Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәренең Олимпия уйындарында ҡатнашыуы менән ғорурланабыҙ. Башҡортостандың телевидение хеҙмәткәрҙәре хоккейҙы трансляциялау буйынса илдә иң яҡшыһы тип иҫәпләнә, Ҡазанда Универсиада-2013-тә беҙҙең эште маҡтанылар, — тип билдәләне БР «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Азамат Әлмөхәмәтов. — Һеҙ белем алдығыҙ, уны Олимпиадала файҙаланасаҡһығыҙ. Уйлауымса, Уйындарҙың үҙендә һеҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһын биҙәрлек нәмәләр аласаҡһығыҙ. Ни тиһәңдә был тәжрибә ике яҡ өсөн дә – Сочиҙағы Олимпиадаға ла, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына ла файҙалы буласаҡ. Уңыштар һеҙгә! Беҙҙең олимпсыларҙың еңеүе һәм телевидение еңеүҙәре менән ҡайтасағығыҙға ышанабыҙ.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: