12:01 (UTC+5), 20 Ғинуар 2014

Республика етәксеһе хоккей буйынса Быуындар Кубогы-2014-те асыуҙа ҡатнашты

Эльмира Сабирова
Рөстәм Хәмитов шәмбе, 18 ғинуарҙа, Учалының «Горняк» боҙ һарайында үткән, Йәштәр хоккей лигаһының Быуындар Кубогы-2014-те асыуҙа ҡатнашты.
- Бөгөн Башҡортостанда, Учалыла ҙур хоккей байрамы. Мин барыһын да был ваҡиға менән ҡотлайым! Беҙҙең башҡорт боҙонда ошондай принципиаль матч барыуы менән ғорурланам һәм ҡыуанам. Ҡатнашыусыларға яҡшы тәьҫораттар, ә тамашасыларға ҡыҙыҡлы күренеш теләйем. Дуҫлыҡтың еңеүен теләйем, беҙҙең «Көнбайыш» һәм «Көнсығыштан» егеттәр дуҫтар булып хушлашһындар, — тип сәләмләне йыйылыусыларҙы Башҡортостан Президенты.
Рөстәм Хәмитов символик шайбаны ташлап, матчҡа старт бирҙе. Спорт байрамының почетлы ҡунаҡтары араһында – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры өлкән Владимир Юрзинов.
Йәштәр хоккей лигаһының Быуындар Кубогы өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Алдан ике матч 2012 һәм 2013 йылда Пензала һәм Киров-Чепецкта үтте.
«Көнсығыш» командаһы составына «Горняк» Учалы хоккей клубының өс һөжүм итеүсеһе инә – Анатолий Наговицын, Алексей Нечкин һәм Никита Сафронов.
«Көнсығыш» йыйылмаһы менән «Алтай Бөркөттәре»нән Александр Климов етәкселек итә. Тренер штабы составына Константин Полозов («Батыр» ХК, Нефтекама) һәм Владимир Герасимов («Горняк» ХК, Учалы) инә.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика