09:51 (UTC+5), 19 Декабря 2013

Максим Чудов ҡулына олимпия факелын тотоп ҙур спорт менән хушлашасаҡ

Дмитрий Слезин
Максим Чудов спорт карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итте, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Биатлонсылар союзының матбуғат хеҙмәтенән.
«Был йыл минең өсөн бик ябайҙан булманы, — Рәсәй Биатлонсылар союзының рәсми сайтында Олимпия уйындарының бронза призеры, өс тапҡыр донъя чемпионының ошондай һүҙҙәре яҙылған. — Ауыр имгәнеүҙән һуң мин оҙаҡ ваҡыт күнекмәләр һәм сығыш яһай алманым, ике йыл буйына эшләнмәй ҡалғанды эшләп бөтөрөргә тырыштым, тик был ғына етмәй ҡалды. Быйыл миҙгелгә етди әҙерләндем, IBU кубогында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнаштым. Ләкин мин командала минән көслөрәк йәш егеттәр барлығын, һәм өлкәнерәктәргә китергә ваҡыт етеүен аңлайым. Шуға ла спорт карьераһын тамамларға ҡарар иттем».
Рәсәйҙә Максим һуңғы тапҡыр 20 декабрҙә «Ижевск винтовкаһы» шәхси ярышында ҡатнашасаҡ.
21 декабрҙә Чудов Олимпия уты эстафетаһында ҡатнашып, факел тотоп тыуған «Биатлон» спорт-сәләмәтләндереү комплексы буйлап үтәсәк.
- Бына шулай факел тотоп, мин үҙ карьерамды тамамлайым. Ваҡытымды биатлонға арнауыма һис кенә лә үкенмәйем, — тине Максим Чудов.
Белешмә. Максим Чудов 1982 йылдың 12 ноябрендә Михайловка (Башҡортостан) ауылында тыуған. Биатлонда 1998 йылдан алып. Атҡаҙанған спорт мастеры. Ванкуверҙағы Олимпия уйындары-2010-да ирҙәр эстафетаһы составында бронза призер, өс тапҡыр донъя чемпионы (2007 — эстафета, 2008 — эстафета, спринт). Донъя чемпионаттарының өс тапҡыр көмөш призеры (2007 — пасьют, 2008 — пасьют, 2009 — пасьют). 2008 йылғы донъя чемпионатында бронза призер. Донъя кубогы этаптарында күп тапҡыр еңеүсе һәм призер булды. Йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) менән наградланған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика