12:37 (UTC+5), 05 Ноября 2013

Вил Ғабдуллин кикбоксинг буйынса донъя чемпионатында 10 алтын миҙал яуланы

Арина Рәхимҡолова
Италияла WTKA хәрби оҫталыҡ буйынса донъя чемпионаты уҙҙы, тип хәбәр итә ER.RU. Ярыштарҙа БР Хәрби оҫталыҡ федерацияһы Президенты, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостанда физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы, кикбоксинг һәм хәрби оҫталыҡ буйынса ун дүрт тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» ағзаһы ҡорал ҡулланып хәрби ярыштарҙа дөйөм алғанда 10 алтын миҙал яуланы.
- Чемпионатта донъяның 40 иленән биш меңләгән спортсы ҡатнашты. Шуға күрә еңеүҙәр ауыр бирелде, конкуренция ныҡ ҙур булды. Әммә мин партия рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең биш йыллығы хөрмәтенә юбилей кисәһе барышында республика халҡына биргән вәғәҙәмде иҫемдән сығарманым. Ул саҡта мин, хәрби оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатына тик еңеү яулау өсөн барам, тинем. Һәм мин һүҙемдә торҙом, — тине Вил Ғабдуллин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика