05:44 (UTC+5), 21 Октября 2013

Архангел ауылы үҙенең 260 йыллығында универсаль спорт майҙансыҡлы булды

Людмила Терновая, Эльмира Сабирова
Архангел ауылы халҡы үҙенең 260 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҙур бүләк алды – хоккей майҙансығы менән күп функциялы спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Заманса спорт майҙансығының асылыуы менән ауыл халҡын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡотланы.
- Беренсенән, һеҙҙе ауылығыҙҙың юбилейы менән ҡотлайым, ә икенсенән, бындай иҫ киткес ҡоролманы төҙөүселәргә рәхмәтемде белдерәм. Ул кешеләргә бик кәрәкле, — тип билдәләне Президент. — Бында ысынлап та төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә була. Комплексты нисек ҡулланаһығыҙ – уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Шуныһы мөһим, был объектты төҙөүгә һеҙ үҙегеҙ аҡса таптығыҙ. Архангел районы командалары һәр саҡ юғары урындар яулауын теләйем.
Район үҙәгенә ингән саҡта урынлашҡан майҙансыҡты 2013 йылдың майында төҙөй башлағайнылар. Район предриятиелары һәм урындағы социаль ярҙам фондынан (ул биш миллион һумдан күберәк) финансланды.
Ауыл халҡы майҙансыҡтың бер ҡасан да буш тормаясағына ышана, сөнки эргәлә 145-се профессиональ училище урынлашҡан.
Волейбол, баскетбол, мини-футбол, йәйен эстафеталар, еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин, ә ҡышын – хоккей мачтары һәм саңғы ярыштары.
Төҙөүселәр көйәрмәндәр өсөн урындар ҙа ҡараған. Улар өсөн 700 урынлыҡ трибуна төҙөлгән. Бынан тыш, йылы сисенеү, душ бүлмәләре бар, шулай уҡ прокатҡа саңғы һәм конькиҙар ҙа биреләсәк.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика