12:37 (UTC+5), 10 Сентября 2013

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт спорт советы булдырылды

Эльмира Сабирова
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт спорт советы булдырылды. Уның составына спорт төрҙәре буйынса федерациялар етәкселәре һәм вәкилдәре, тренерҙар һәм спортсылар инде. Улар араһында һигеҙ тапҡыр Паралимпия чемпионы Оксана Савченко, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Петр Буйлов, БР Спорт федерациялары берекмәһе рәйесе Рөстәм Мәғсүмов, Башҡортостандың Баскетбол федерацияһы директоры Сергей Медведев, төбәктең Еңел атлетика федерацияһы рәйесе Альберт Ғәзизов бар.
Йәмәғәт советын Владимир Самородов етәкләне.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, төбәктә совет булдырыу ихтыяжы - күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
— Спорт өлкәһендә төрлө проблемалар килеп тыуа, уларҙы хәл итеүҙә йәмәғәт ойошмаларының тәжрибәһенә таяна алыр инек. Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә бергәләп уңышлы эшләрбеҙ, тип ышанам, - тине ведомство башлығы.
Йәмәғәт спорт советы ағзалары министрлыҡ тарафынан әҙерләнгән норматив хоҡуҡи акттар проекттарын, граждандарҙың, йәмәғәт ойошмаларының башланғыстарын тикшерәсәк, ведомствоның бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарының урынлы булыу-булмауын ҡараясаҡ, шулай уҡ төрлө ултырыштарҙа ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика