09:00 (UTC+5), 19 Августа 2013

Илеш районында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Дмитрий Слезин
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында яңы спорт комплексы асылды.
Физкультура-сәләмәтләндереү комплексы 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының Социаль-маҡсатлы программалары фонды ярҙамында төҙөлә башлаған. Проектты тормошҡа ашырыуға «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 91 миллион һум аҡса бүлгән.
Бинаның дөйөм майҙаны 2366,8 квадрат метр тәшкил итә. Комплекс сменаһына 83 кешене хеҙмәтләндерә ала.
Учреждениены асыу тантанаһында Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, республика Президенты ярҙамсыһы Камила Дәүләтова, РФ субъекттарының власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса департамент директоры Константин Чистяков ҡатнашты.
— Бөгөн Илеш ерендә ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға, байрам – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән физкультура-сәләмәтләндереү комплексы үҙ ишектәрен аса, - тине Илдар Мостафин. – Әлбиттә, «Башнефть» компанияһына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Был комплекс уларҙың көсө һәм средстволары ярҙамында төҙөлдө. Бындай объект асыу районда спортты үҫтереүгә ҙур булышлыҡ итәсәк, тип ышанам. Республика һәм социаль-маҡсатлы программалар фонды етәкселегенә айырым рәхмәт белдерәм.
Учреждение заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, унда тренажер залы, душ кабиналары, ял итеү зоналары, буфет урынлашҡан. Комплекс биләмәһендә хоккей ҡумтаһы бар.
Сара һуңында байрам ҡунаҡтары һәм урындағы халыҡ өсөн мини-футбол матчы ойошторолдо.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика