10:06 (UTC+5), 14 Августа 2013

Төбәктә «Баланы спортҡа йәлеп ит» проекты старт алды [ВИДЕО]

Дмитрий Слезин
Шишәмбе, 13 августа, «Башинформ» агентлығында «Баланы спортҡа йәлеп ит» проектының презентацияһы үтте. Проект республикала «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды ярҙамында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы башланғысы менән тормошҡа ашырыла.
Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, киң йәмәғәтселек араһында спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спорт төрөн һайлағанда балаға практик ярҙам күрһәтеү проекттың төп маҡсаттары булып тора, тип билдәләй ойоштороусылар.
Сарала билдәләүҙәренсә, 26 августан 20 сентябргә тиклем Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында (Коммунистик урамы, 39) балаларҙы спорт секцияларына ҡабул итеү буйынса махсус комиссия эшләйәсәк. Уның составында - билдәле спортсылар, тренерҙар, табиптар. Комиссия ағзалары һорауҙарға яуап биреп, бала өсөн кәрәк булған спорт төрөн һайларға һәм секцияға йүнәлтмә алырға ярҙам итәсәк.
Әлеге ваҡытта балалар тәҡдим ителгән 42 спорт төрөнән үҙҙәре өсөн иң ҡулайлыһын һайлап алыу мөмкинлегенә эйә.
— Балаларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу ололарҙың төп бурыстарының береһе булып тора. Был программаға ҙур теләк менән ҡушылдым. Балаларҙы компьютерҙан айырып, уларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләргә теләйем, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова.
— Беҙ 14-кә яҡын төркөм асырға планлаштырабыҙ. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Сөнки спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр бик күп. Беҙгә хатта 5 йәшлек кескәйҙәрҙе лә алып киләләр, - тип һөйләне «Өфө» футбол клубы ағзаһы Флер Фәхретдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика