09:43 (UTC+5), 12 Август 2013

Рөстәм Хәмитов һәм Наталья Ярыгина Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе

Дмитрий Слезин
Дүшәмбе, 12 августа, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре – вице-президенттар Наталья Ярыгина һәм Омар Муртузалиев менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ төбәктең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта ҡатнашты.
Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры – Иван Ярыгин фонды приздарына мемориал үтә. Ярыштарҙа почетлы ҡунаҡ сифатында легендар көрәшсенең тол ҡатыны булып китте.
Республика Президенты менән осрашыуҙа Башҡортостанда ирекле көрәште үҫтереү мәсьәләләре, шулай уҡ Салауатта барған әлеге турнирҙың артабанғы яҙмышы тикшерелде
— Әлбиттә, бында Наталья Алексеевнаның Салауат ҡалаһында ҡыҙҙар араһында йыл һайын турнир үткәреү буйынса башланғысын яҡлау маҡсатында килдек, - тип билдәләне Омар Муртузалиев. – Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда был спорт төрөн үҫтереү беҙҙең өсөн үтә мөһим. Бының өсөн төбәктә яҡшы нигеҙ бар. Башҡортостандың күп кенә ҡыҙҙары төрлө ярыштарҙа призлы урынар яулай. Республика Президенты менән тап ошо теманы тикшерҙек, ирекле көрәште үҫтереү өсөн шарттар булдырыу тураһында һөйләштек. Ул быйыл Иглин районының Сыуаш-Ҡыбау ауылында спорт залы асыу мәсьәләһендә ярҙам итергә һүҙ бирҙе.
— Беҙҙең Фонд көрәште популярлаштырыу менән шөғөлләнә, - тип һөйләне Наталья Ярыгина үҙе етәкләгән фонд тураһында. – Төрлө турнирҙар, балалар өсөн ярыштар үткәрәбеҙ. Хәҙер инде был турнир тыуған яғымда – Салауат ҡалаһында ла йыл һайын ойоштороласаҡ. Быға сикһеҙ шатмын, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Наталья Алексеевна.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика