06:08 (UTC+5), 18 Июня 2013

Универсиада-2013 уты Өфөгә килде

Дмитрий Слезин
18 июндә урындағы ваҡыт менән 8 сәғәт 10 минутта Өфөгә XXVII Бөтә донъя студенттар уйындары уты килде. Өфө – Универсиада уты эстафетаһын ҡабул иткән 30-сы һәм һуңғы ҡала. Универсиада утын ҡаршы алыу тантанаһында БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
— Беҙҙең сәфәребеҙ 14 майҙа башланды, йәғни бына инде бер айҙан ашыу Универсиада утын һаҡлайбыҙ. Беҙҙең өсөн был ҙур яуаплылыҡ ҡына түгел, оло хөрмәт тә, - тип билдәләне спортсыларҙың береһе Владимир Жемер. – Бөгөнгө эстафета бөтә ил буйлап ҡылған сәфәребеҙҙең һуңғы баҫҡысы булып тора һәм ул лайыҡлы үтер, тип ышанабыҙ.
Бөтә донъя студенттар уйындары символын Өфө урамдары һәм майҙандары буйлап ҡаланың иң яшы студенттары, билдәле спортсылары – йәмғеһе 38 кеше йөрөтәсәк. 7 километр 300 метр оҙонлоҡтағы Эстафета 15 сәғәттә Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда старт ала. Колонна Октябрҙең 50 йыллығы, Цюрупа, Ленин, Пушкин, К.Маркс һәм З.Вәлиди урамдары буйлап Салауат Юлаев исемендәге майҙанға тиклем үтәсәк.
Эстафета Татарстан Республикаһының 43 муниципаль берәмеге аша үтеп, 2013 йылдың 6 июлендә Ҡазанда XXVII Бөтә донъя йәйге Универсиадаһын асыу тантанаһы менән тамамланасаҡ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика