09:20 (UTC+5), 17 Июня 2013

Рәшит Нурғәлиев «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуға арналған байрамда ҡатнашты

Дмитрий Слезин
14 июндә Өфөлә «Динамо» бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте. Унда Рәсәйҙең Именлек советы секретары урынбаҫары Рәшит Нурғәлиев, Башҡортостанда «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе, БР буйынса эске эштәр министры полиция генерал майоры Михаил Закомалдин, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев, Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре - «Динамо» спорт йәмғиәте ағзалары ҡатнашты.
Байрамдың почетлы ҡунаҡтары «Динамо» йәмғиәте Үҙәк советының ҡул һуғышы буйынса бөтә Рәсәй чемпионатының финал алыштарын ҡараны һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Турнир Башҡортостан баш ҡалаһында дүрт көн дауамында барҙы. Унда 20-нән ашыу төбәктән 250 ҡатнашыусы көс һынашты.
— Һеҙҙең алдығыҙҙа сығыш яһау минең өсөн оло хөрмәт, - тине Рәшит Нурғәлиев сәләмләү һүҙендә. - Бөгөн Башҡортостанда «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәтенә 90 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. «Динамо» йәмғиәте халыҡ менән бергә бөтә ауырлыҡтар, шулай уҡ шатлыҡ-ҡыуаныстар аша үтте. Башҡортостандағы бүлексәнең уңышлы эшмәкәрлек өлгөһө булып тороуы ҡыуаныслы.
Рәшит Ғүмәр улы Башҡортостан спортсыларын һәм «Динамо» физкультура-спорт комплексының эшмәкәрлеген ҙур ихтирам менән телгә алды. Армия генералы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа һәм Михаил Закомалдинға физкультура һәм спортты үҫтереүгә, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә тос өлөш инддергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Байрам сиктәрендә спорт йәмғиәтенең айырыуса уңыштарға өлгәшкән спортсылары һәм ветерандары миҙалдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.
Сараға йәм өҫтәп, майҙанда йәш спортсылар, ижади коллективтар сығыш яһаны.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика