07:22 (UTC+5), 17 Июня 2013

Баш ҡалала экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтәсәк

Людмила Терновая
28 июндә Өфөлә, Йәштәр көнөн билдәләү сиктәрендә, экстремаль спорт төрҙәре буйынса асыҡ чемпионат үтә. Сараны ойоштороусылар булып ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы менән берлектә Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты сығыш яһай. Ярыштар баш ҡаланың скейт-паркында үтәсәк, тип хәбәр ителә БР Велосипедсылар союзы сайтында.
Скейт-парк Конгресс-холдың түбәнге спорт майҙансығында Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлашҡан. Ярыштар 15.00 сәғәттә башлана.
Чемпионатты ойоштороусылар власть һәм йәмәғәтселек иғтибарын республиканың баш ҡалаһында велоинфраструктураны үҫтереү кәрәклегенә йәлеп итергә иҫәп тота.
— Был мөһим ваҡиға булып тора, сөнки ҡалала бындай спорт төрҙәре үҫешмәгән, - тип билдәләне ойоштороусылар. – Ысынында иһә, бындай ҡала өсөн 10 скейт-парк һәм шуның сама уҡ байкпарк кәрәк. Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын спорт байрамына саҡырабыҙ. Бындай башланғысҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра алһаҡ, был яңы парктар төҙөү өсөн көрәштә ярайһы уҡ ярҙам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика