Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июнь 2013, 13:19

Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты старт алды

2 июндә Өфөлә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Донъяның 24 иленән 40 иң көслө уйынсыны йыйған турнир «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында 2-19 июндә үткәрелә.
Беҙҙең ил исеменән чемпионатта алты уйынсы, шул иҫәптән өс Башҡортостан спортсыһы сығыш яһай. Улар – бөгөнгө көндә донъя чемпионы булған Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев һәм Айнур Шәйбәков. Шулай уҡ Рәсәй исемен күп тапҡыр донъя чемпиондары Александр Шварцман, Алексей Чижов һәм Александр Гетманский яҡлаясаҡ.
Ярыштарҙы «Халыҡ-ара шашка федерацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы сайтында (www.fmsr.ru) күҙәтергә мөмкин.
Автор: Эльмира Сабирова
Читайте нас