10:54 (UTC+5), 29 Мая 2013

Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатына иң көслө уйынсылар киләсәк

Эльмира Сабирова
Өфөгә халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатына 24 илдән 40 иң көслө уйынсы киләсәк. Бәйге 2-19 июндә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында үтә.
— Бындай кимәлдәге ярыштар дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә, - тип аңлатты «Башнефть» профессиональ шашка клубы рәйесе Юрий Черток «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. – Ҡатнашыусылар иҫәбендә – милли һәм континенталь чемпионаттарҙа бер нисә һайлап алыу туры үткән спортсылар. Шулай уҡ донъя кимәлендә ике һайлап алыу турниры үткәрелде.
Юрий Черток, бынай кимәлдәге сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәрелә, тип билдәләне.
Беҙҙең ил исеменән чемпионатта алты уйынсы, шул иҫәптән өс Башҡортостан спортсыһы сығыш яһаясаҡ. Улар – бөгөнгө көндә донъя чемпионы булған Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев һәм Айнур Шәйбәков. Шулай уҡ Рәсәй исемен күп тапҡыр донъя чемпиондары Александр Шварцман, Алексей Чижов һәм Александр Гетманский яҡлаясаҡ.
Сараны асыу тантанаһы 2 июндә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының Ял үҙәгендә 12 сәғәттә башлана.
Ярыштарҙы www.fmsr.ru сайтында күҙәтергә мөмкин буласаҡ. Чемпионаттың приз фонды – яҡынса дүрт миллион һум.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика