Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Май 2013, 10:57

Рөстәм Хәмитов «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамында ҡатнашты

Йәкшәмбе, 19 майҙа, Өфөлә «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамы үтте. Сара Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә ҡарата ойошторолдо. Йыл һайын был көндө Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларында велоуҙыштар үткәрелә.
Башҡортостан баш ҡалаһында фестиваль өсөнсө тапҡыр үткәрелде. Быйылғы сарала дүрт меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.
2011 йылда велоуҙышта 350 кеше ҡатнашһа, 2012 йылда уларҙың һаны 1300-гә етте. Быйыл велосипедсылар Ленин исемендәге майҙандан алып Конгресс-холл алдындағы майҙанға тиклем юл үтте. Уҙышта республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм баш ҡаланың спорт комитеты рәйесе Сергей Степанов ҡатнашты.
— «1000 велосипедсы көнө» спорт байрамында ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арата бара, тимәк, был спорт төрө республикала киң үҫеш ала, - тине Рөстәм Хәмитов. – Велосипедсылар өсөн күберәк юлдар төҙөргә кәрәк.
Конгресс-холл янында төрлө спорт ярыштары, конкурстар һәм уйындар үткәрелде. Сараны ойоштороусылар булып БР Велосипедсылар союзы, ҡаланың Физик культура һәм спорт буйынса комитеты сығыш яһаны.
Автор:Дмитрий Слезин, Розалия Вәлиева
Читайте нас: